Бөгөнгә Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге 9 675 балаға берҙәм пособие тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһенән.
Әлеге ваҡытта Фондтың төбәк бүлексәһенә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яңы пособие алыу өсөн бөтәһе 35 мең ғариза килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризалар 28 декабрҙә ҡабул ителә башланы, 4 ғинуарҙа ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәрен Социаль фондтың клиент хеҙмәттәре лә ҡабул итте.
«Ғаризаларҙы ҡарау 3 ғинуарҙа башланды, хәҙерге ваҡытта 17 йәшкә тиклемге 9 675 балаға түләүҙәр хупланды. Берҙәм пособие биреүҙең ғәмәлдәге ваҡытын иҫәпкә алып, ғаиләләр тәүге түләүҙе аҙна аҙағынаса алырға тейеш. Аҡса документ тултырғанда күрһәтелгән иҫәпкә күсерелә. Шулай уҡ 143 йөклө ҡатын-ҡыҙҙың ғаризаһы буйынса ыңғай ҡарар сығарылды», – тип белдерҙеләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.