

-Был йәһәттән эштең бәләкәйе, ҙуры юҡ – бөтәһе лә мөһим. Сөнки, балаларҙың хәүефһеҙлеге тәүге урында. Уҡыусыларҙы ҡабул иткәнгә тиклем бөтә мәктәптәрҙә лә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек тикшерелеп, яуаплы кешеләр билдәләнеп, улар төрлө сетерекле осраҡтарҙа юғалып ҡалмай, конкрет ниндәй ғәмәлдәр башҡарасағын белергә тейеш, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.
Мәғариф учреждениеларында террорға ҡаршы профилактик саралар тураһында район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлназ Ғәлләмова, Урал аръяғы сәнәғәт колледжы етәксеһе Луиза Яхина, Бөрйән эске эштәр бүлексәһе начальнигы Хәлил Ғөбәйҙуллин доклад менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Белорет районынан килгән махсус органдар вәкилдәре мәктәптәрҙәге алдағы 5 йылдағы тикшереү һөҙөмтәләре һәм талаптар тураһында һөйләне.
Шулай уҡ комиссия ултырышында Берҙәм һайлау көнөндә граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.