

Республиканың урман янғын һүндереү хеҙмәте урмандарҙағы хәлде һауанан күҙәтеүен дауам итә.
Авиапатруллек “Экологик именлек” милли проектының маҡсаттарына ярҙам итеү йәһәтенән үткәрелә һәм раҫланған дүрт маршрут буйынса 4,1 миллион гектар урман фондын үҙ эсенә ала. Һауа суднолары өс төп базала – Өфөлә, Белоретта һәм Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан.
Миҙгел башынан алып осоусы-күҙәтеүселәр күктә 349 сәғәт 40 минут үткәреп, 111 осош яһаған. Авиация ярҙамында тиҙ арала Бөрйән һәм Учалы райондарында сыҡҡан ике урман янғыны асыҡланған. Йыл башынан алып республиканың дәүләт урман фондында дөйөм майҙаны 87 гектарға еткән 15 янғын сығанағы теркәлгән.
– Башҡортостандың тау-урман райондары өсөн авиапатруллек күҙәтеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы булып ҡала. Янғын сығанаҡтарын өҫтән күреп табыу беҙгә төп өҫтөнлөктө – ваҡытты бирә. Уның ярҙамында быйыл ике урман янғынын тиҙ арала һүндерә алдыҡ. Беҙҙең күп кимәлле контроль системаһы урман фондын уттан һаҡлау өсөн алдан һәм бик тиҙ булыуға йүнәлтелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.