

Быйылғы йылдың статистикаһына күҙ һалһаҡ, бындай эш ҙур әһәмиәткә эйә, тип әйтергә була. Янғын хәүефһеҙлеге ососро башланғандан алып республикала 87 гектар майҙанда 15 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 9 осрағының сәбәбе - кеше факторы.
-Күпселек янғындар кешенең вайымһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, усаҡ яғыу йәки ҡоро үләнгә ут төртөү һ.б. Янғынға ҡаршы аншлагтар урманға ингән һәр кешегә ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫтәренә төшөрөп тора. Урманды тик күмәкләгән көс һәм үҙебеҙҙең тәртип менән генә һаҡлай алабыҙ, - тип билдәләнеБР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә: республика биләмәһендә янғынға ҡаршы айырыуса режим осоронда янғын хәүефһеҙлегенә талаптар көсәйтелә. Уларҙы боҙған өсөн 2 миллион һумға тиклем штраф менән административ яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ 261 УК РФ статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ла янай. Унан тыш, закон буйынса ғәйепле кеше янғын һүндереүгә киткән сығымды, урман фондына килтерелгән зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы.