Хәүефһеҙлек
17 Апреля , 10:38

17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте

Унда Бөрйән районы хакимиәте башлығы, террорға ҡаршы комиссия рәйесе Рәмил Абдуллин, ойошма-предприятие етәкселәре, комиссия ағзалары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Көн тәртибендә Яҙ һәм хеҙмәт байрамын һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү осоронда хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү тураһында һорауҙар ҡаралды.

17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте
17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте

Комиссия күмәк сараларға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың һөжүм итеү осрағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, шулай уҡ мөмкин булған йәмғиәткә ҡаршы енәйәт ҡылынған осраҡта эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн һаҡ подразделениеларының штат һанын һәм ҡоралланыуын барлау тураһында көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараны. Террористик хәүеф - ул көндәлек ысынбарлыҡ, уны кире ҡағырға һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк.

Терроризмға ҡаршы эшмәкәрлектең ҡануни яҡтан нығытылған йүнәлештәренең береһе булып терроризмды иҫкәртеү тора. Ойошмаларға һәм учреждениеларға террористик күренештәр янаған шарттарҙа, бигерәк тә инфраструктура объекттарын, йылылыҡ үткәргестәрҙең, газ үткәргестәрҙең, газ бүлеү станцияларының, энергетика системаларының, торлаҡ булмаған һәм эргәләге техник биналарҙың ер өҫтөнән үтеү урындарын тикшерергә ҡушылды, уларҙа шәхси хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрендә яҡшыраҡ ориентирланырға ярҙам иткән эш алгоритмын булдырыу кәрәклеге билдәләнде.

Иғтибар! Пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән осраҡта нимә эшләргә?

-әгәр бина эсендә булһағыҙ, мөмкинлек булһа, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки баҙға төшөргә кәрәк. Ҡалаларҙа йәшәүселәргә лифт менән файҙаланыу тыйыла, ул ҡаттар араһында туҡтап ҡалыуы ихтимал.

-өйҙә терәк стеналар араһында тәҙрәһеҙ урын табып иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрә янына барырға ярамай. Урамда йөрөгән саҡта яҡындағы бинаға инеп йәшенергә кәрәк.

-транспортта китеп барғанда тиҙ арала унан сығып, йәшенергә урын табырға кәрәк.

-һөжүмдән һуң БПЛА йәки уның ҡалдыҡтарын тапҡан осраҡта бер нәмәгә лә тейергә ярамай. Ул урындан китергә һәм 112 телефоны буйынса шылтыратып, операторға исем-шәрифегеҙҙе һәм пилотһыҙ аппарат табылған урынды әйтергә кәрәк.

17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте
17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте
17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте
17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте
17 апрелдә райондың террорға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте
Автор:
Читайте нас