әммә шунан һуң мессенджерға инеү мөмкинлеге блокировкалана.
Һуңыраҡ уны икенсе мессенджерҙағы «ДТП» төркөмөнә өҫтәйҙәр, унда тағы ла шул уҡ файл була. Был юлы ул файл асыла. Артабан ир уның иҫәбенән ниндәйҙер тауар өсөн 120 мең һумдан ашыу аҡса күсерелеүен асыҡлай.
Мутлашыусы хәйләһенә эләгеүен аңлап, ир полицияға мөрәжәғәт иткән.
- телефонығыҙға ышаныслы булмаған сығанаҡтарҙан ҡушымталар урынлаштырмағыҙ - был мутлашыусыларға шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә һәм финанс иҫәптәрегеҙгә инеү мөмкинлеген бирә, шуға күрә ҡушымталарҙы һәр ваҡыт ышаныслы сығанаҡтарҙан ғына күсерегеҙ.
- хәбәрҙәр аша килгән билдәһеҙ файлдарҙы, сәйер һылтанмаларҙы асмағыҙ.
- әгәр һеҙгә таныш кешегеҙҙән apk-файлы килһә, аккаунтына мутлашыусылар инмәгәнме икән, шуны тикшерегеҙ. Зыянлы apk -файлды телефонға ҡуйыу менән мутлашыусылар телефонға инә аласаҡ.