Бер көн уға мессенджерҙа танышынан һылтанма менән смс-хәбәр килгән: “Сәләм. Бик йәл үҙен. Кисә үлгән булырға тейеш". Ҡатын, уны-быны уйламайынса, һылтанманы асҡан һәм телефонына вирус индергән. Мутлашыусылар уның телефонына ситтән тороп хужа булған һәм банк картаһынан 40 мең самаһы аҡсаһын урлаған.
Полиция халыҡты уяу булырға һәм шикле һылтанмалар аша инмәҫкә саҡыра. Мутлашыусылар йыш ҡына аккаунттарҙы "емереп" инә һәм бөтә контакттарға ла шундай хәбәрҙәр ебәрә.
Уяу булығыҙ - үҙегеҙҙе алдауға юл ҡуймағыҙ!