Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Февраль , 11:02

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

19 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда көс ҡулланыуҙы пропагандалаусы деструктив хәрәкәттәр йоғонтоһона дусар булған йәштәр менән профилактик эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу тикшерелде.

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

Республика етәксеһе иҫкәртеү системаһын камиллаштырыу буйынса саралар комплексын ҡабул итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Тирә-яҡ мөхиткә ҡарата агрессия һәм көс ҡулланыу күрһәткән йәштәрҙең артыуы йәштәр араһында алып барылған эштең һәр ваҡыт маҡсатына ирешмәүен күрһәтә. Был хаҡта һуңғы ваҡытта республиканың уҡыу йорттарында булған ваҡиғалар һөйләй, – тине Радий Хәбиров. - Был эш өсөн яуаплы белгестәрҙең һөнәри әҙерлек кимәлен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүлеү мөһим. Шулай уҡ мәктәп һәм башҡа белем биреү ойошмалары етәкселәренең эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙарын ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Уларҙы директорҙарҙы терроризм идеологияһына ҡаршы эште ойоштороуҙы көсәйтеүгә этәргән положениелар менән тулыландырырға.


Тулыраҡ: clck.ru/3RuAFQ

Автор:
Читайте нас