Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Октябрь 2025, 14:39

Яңы детектив сериал кибермутлашыуға ҡаршы көрәш темаһына арналған

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (ФАДН России) ярҙамында төшөрөлгән яңы «На краю» детектив веб-сериалы кибермутлашыуға ҡаршы көрәш темаһына арналған.

Яңы детектив сериал кибермутлашыуға ҡаршы көрәш темаһына арналған
Яңы детектив сериал кибермутлашыуға ҡаршы көрәш темаһына арналған

Төп герой Аня һәр ваҡыт енәйәттәрҙе тикшереү тураһында хыяллана һәм бына яҙмыш уға мөмкинлек бирә. Әммә ысын енәйәтселәр Агата Кристи китаптарындағы кеүек түгел. Улар әҙәпле яҙмалар ҡалдырмай һәм ҡағиҙәләр буйынса уйнамай...

Сериал енәйәт һәм административ эштәр мотивтары буйынса төшөрөлгән, енәйәтселәрҙең граждандарҙы деструктив практикаларға йәлеп итеү механизмдарын аса һәм аудиторияла цифрлы коммуникацияларҙы ҡулланыу менән бәйле булған янауҙарҙы тотороҡло аңлауҙы формалаштырырға тейеш.

Беренсе серияны әле ҡарарға мөмкин. (6+)

 

Автор:
Читайте нас