Өфө ҡалаһында 70 йәшлек ҡатын мутлашыусылар ҡорбаны булған. Енәйәтселәр, зыян күреүсе менән мессенджер аша бәйләнешкә инеп, үҙҙәрен «Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре»тип таныта. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу һылтауы менән 1 миллион һумдан ашыу аҡса урлана.
Салауат ҡалаһында 43 йәшлек ирҙе енәйәтселәр «инвестиция компанияһы» хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, мессенджер аша алдаған. Зыян күреүсене билдәһеҙ ҡушымтаны күсереп алырға күндерәләр. Был ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә аферистар 1 миллион һумдан ашыу аҡса урлай.
Ишембай районында 50 йәшлек ир мутлашыусылар ҡорбаны булған. Енәйәтселәр, посылка килтереү һәм аҡса һаҡлау һылтауы менән, үҙҙәрен «маркетплейс хеҙмәткәрҙәре» тип танытып, 640 мең һумдан ашыу аҡса урлай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы уяу булырға һәм билдәһеҙ кешеләргә ышанмаҫҡа саҡыра. Шәхси мәғлүмәттәрҙе тапшырырға һәм өсөнсө кешеләрҙең күрһәтмәһе буйынса финанс операцияларын башҡарырға ярамай. Шикле шылтыратыуҙар килһә, һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатырға һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Валерия Федорова, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте