Питбайк дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа түгел, ә тректарҙа һәм ябыҡ майҙансыҡтарҙа йөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Мини-мотоциклдарҙы махсус трассаларға тик тағылмалар (прицептар) менән генә алып барырға мөмкин.
Питбайктың:
-боролоштарҙы күрһәтеүсе яҡтыртҡыстары, фаралары, туҡтау сигналдары юҡ;
-мотошиналары тигеҙ булмаған ерҙән йөрөү өсөн тәғәйенләнгән;
-транспорт сараһы паспорты (ПТС) юҡ;
-дәүләт номерҙары юҡ;
-Дәүләт автоинспекцияһында теркәлмәгән.
Мотодромда һәм ябыҡ майҙансыҡтарҙа питбайктарҙа йөрөү өсөн водитель таныҡлығы кәрәкмәй. Әммә әгәр һеҙ уның менән юлға сыҡһағыҙ, был юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тип аңлатыла.
Дәүләт автоинспекцияһы инспекторы водителде идара итеүҙән ситләштерә ала, техниканы штраф парковкаһына алып китәләр. Артабан барыһы ла тәртип боҙоусының йәше менән бәйле:
- 16 йәштән хоҡуҡһыҙ - 5-15 мең һум штраф;
-16 йәшкә тиклем - РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса ата-әсәләр штраф аласаҡ. Ваҡиға тураһында материалдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыласаҡ.
Бынан тыш, ике осраҡта ла идара итеүҙе балаға тапшырған өсөн ата-әсәләр (транспорт сараһы хужалары) 30 мең һум штраф (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 3-сө өлөшө) түләргә тейеш.
Юлда питбайкта үҫмерҙе күрһәгеҙ, Дәүләт автоинспекцияһына шылтыратығыҙ. Хеҙмәткәрҙәр тикшереү үткәрергә тейеш.
Л. Алтыншина.