Хәүефһеҙлек
15 Май 2025, 06:13

Рәсәйҙә дропперҙар менән көрәштең яңы сараһы эшләй башланы.

Дропперҙар тип мутлашыусыларға урланған аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерергә йәки аҡсаға әйләндерергә ярҙам итеүселәрҙе атайҙар.

Рәсәйҙә дропперҙар менән көрәштең яңы сараһы эшләй башланы.Рәсәйҙә дропперҙар менән көрәштең яңы сараһы эшләй башланы.
Рәсәйҙә дропперҙар менән көрәштең яңы сараһы эшләй башланы.

"15 майҙан дропперҙар үҙҙәренә һәм башҡа кешеләргә айына 100 мең һумдан ашыу аҡса күсерә алмай, - тип аңлатма бирә Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе эксперты Рәмил Нәсибуллин.

- Дропперҙар тураһында мәғлүмәттәр Рәсәй Банкының мәғлүмәт базаһында һаҡлана һәм коммерция банкыларына тапшырыла. Һуңғылары был клиенттарға күсереүҙәрҙе сикләргә хоҡуҡлы һәм, әгәр бындай мәғлүмәт Рәсәй Банкына хоҡуҡ һаҡлау органдарынан килгән булһа, картаны һәм банк хеҙмәттәренә онлайн-инеүҙе тулыһынса блокировать итергә бурыслы.

Автор:
Читайте нас