Хәүефһеҙлек
25 Апрель 2025, 15:48

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте

Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Ултырыш барышында район биләмәһендә яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына, Еңеү көнөнә арналған сараларҙа хәүефһеҙлек сараларын күреү мәсьәләләре ҡаралды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үттеҒәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте

2025 йылдың 23 апреленә ҡарата республикала 1914 янғын сыҡҡан, уларҙа 89 кеше һәләк булған, 54 кеше йәрәхәтләнгән. Апрель айында ғына ут 23 кешенең ғүмерен өҙгән. 
18 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Билдәләнгән режим барышында махсус йыһазландырылған урындарҙан тыш, асыҡ һауала ут ҡулланырға (шул иҫәптән аш-һыу әҙерләү өсөн), ут һәм башҡа янғын хәүефе тыуҙырған эш башҡарырға, яғыулыҡ материалдарын, сүп-сарҙы, ағас ҡалдыҡтарын махсус бүленгән урындарҙан ситтә өйөргә ярамай.

Хәүефһеҙлек талаптарын боҙған өсөн штраф ҡаралған:
- граждандар өсөн штраф – 10-20 мең һум;
- вазифалы кешеләргә – 30-60 мең һум;
- шәхси эшҡыуарҙар өсөн – 60-80 мең һум;
- юридик берәмектәр өсөн 400-800 мең һум тәшкил итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн тәбиғәттә һәм көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, йорттарға янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйыу мотлаҡ.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, оло йәштәге туғандарына иғтибарлыраҡ булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы үтте
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас