

Унда Бөрйән районы хакимиәте башлығы, террорға ҡаршы комиссия рәйесе Рәмил Абдуллин, комиссия ағзалары, Бөрйән районы буйынса эске эштәр идаралығы вәкиле Р.Рыҫбаев, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Белорет ҡалаһындағы бүлек вәкиле В. Яхин һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Көн тәртибендә Яҙ һәм хеҙмәт байрамын һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү осоронда хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү тураһында һорауҙар ҡаралды һәм террорға ҡаршы комиссия тарафынан ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, эске эштәр бүлексәһенә, район гәзите редакцияһына һәм район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенә тейешле бурыстар ҡуйылды:
-Бөрйән районы буйынса эске эштәр идаралығына ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә май байрамдарында мәҙәни-күмәк саралар үткәреләсәк биналарҙы һәм урындарҙы, шулай уҡ транспорт объекттарына яҡын биләмәләрҙе шартлатҡыстар, шартлау хәүефе янаған һәм башҡа шикле әйберҙәрҙе асыҡлау маҡсатында тикшереүгә кинология хеҙмәттәре белгестәрен йәлеп итеп тикшерергә;
-инфраструктура объекттарын, йылылыҡ үткәргестәрҙең, газ үткәргестәрҙең, газ бүлеү станцияларының, энергетика системаларының, торлаҡ булмаған һәм эргәләге техник биналарҙың ер өҫтөнән үтеү урындарын тикшерергә;
-байрам саралары үткәрелгән урындарға, күрһәтелгән объекттарға рөхсәтһеҙ үтеп инеүҙе контролдә тотоуҙы тәьмин итергә;
-ҡорал һаҡлау һәм ҡулланыу объекттарын, пиротехник сараларҙы, шартлау-янғын хәүефле, ағыулы матдәләрҙе, химик хәүефле реагенттарҙы һәм радиоактив нурланыш сығанаҡтарын урлауҙы һәм диверсия-террористик акттар башҡарыу өсөн ҡулланыуҙы булдырмау маҡсатында өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын күрергә;
-байрам саралары үткәрелгән урындарҙан 500 метрлыҡ зонала йәшәгән граждан ҡоралы хужаларын тикшерергә;
-Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе, район мәҙәниәт бүлеге, район хакимиәтенең социаль сәйәсәт, йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге, район хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия комиссияһы ауыл советтары менән берлектә йәмәғәт ойошмалары, йәштәр хәрәкәттәре, милли берләшмәләр, дини конфессиялар етәкселәре менән эш осрашыуҙары үткәрергә, улар барышында конфликтлы хәлдәрҙең, шул иҫәптән милли һәм дини нигеҙҙә, барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау буйынса өҫтәмә саралар күрергә;
- байрам сараларын үткәреү урындарын терроризмға ҡаршы һаҡланыу, инженер-техник нығытыу, янғын һүндереү һәм йәмәғәт именлеге буйынса талаптарға тап килеүен комплекслы тикшерергә;
-сараларҙы ойоштороусылар яғынан байрам барышында дәүләт символикаһын һәм атрибутикаһын ҡулланыуҙың һаҡланыуын контролдә тотоуҙы, шулай уҡ уға ҡарата кәмһетеүле мөнәсәбәт факттарын булдырмауҙы тәьмин итергә;
- граждандарҙың экстремистик һәм террористик эшмәкәрлектә һәм килешелмәгән йәмәғәт сараларында ҡатнашыуына юл ҡуймау, террористик акттар ҡылыу ҡурҡынысы тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт һәм ялған хәбәрҙәр таратҡан өсөн һәм террористик йүнәлештәге енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ тураһында киң мәғлүмәт саралары аша хәбәрҙарлығын арттырыу;
- Конституцион ҡоролоштоң нигеҙҙәрен көсләп үҙгәртеүгә, социаль, раса, милли һәм дини ыҙғыш ҡуҙғатыуға йүнәлтелгән законһыҙ контентты асыҡлау маҡсатында интернет киңлегенә, тәү сиратта социаль селтәрҙәр һәм популяр район мәғлүмәт ресурстарына мониторинг үткәреү буйынса өҫтәмә саралар күрергә;
- транспорт инфраструктураһы объекттарының террорға ҡаршы һаҡланыу торошон тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эште дауам итергә;
-террористик хәүеф һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараты күреп ҡалған осраҡта, граждандарҙың уяулығын арттырыу тураһында аңлатыу эштәре алып барырға.
Иғтибар! Пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән осраҡта нимә эшләргә?
-әгәр бина эсендә булһағыҙ, мөмкинлек булһа, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки баҙға төшөргә кәрәк. Ҡалаларҙа йәшәүселәргә лифт менән файҙаланыу тыйыла, ул ҡаттар араһында туҡтап ҡалыуы ихтимал.
-өйҙә терәк стеналар араһында тәҙрәһеҙ урын табып иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрә янына барырға ярамай. Урамда йөрөгән саҡта яҡындағы бинаға инеп йәшенергә кәрәк.
-транспортта китеп барғанда тиҙ арала унан сығып, йәшенергә урын табырға кәрәк.
-һөжүмдән һуң БПЛА йәки уның ҡалдыҡтарын тапҡан осраҡта бер нәмәгә лә тейергә ярамай. Ул урындан китергә һәм 112 телефоны буйынса шылтыратып, операторға исем-шәрифегеҙҙе һәм пилотһыҙ аппарат табылған урынды әйтергә кәрәк.