Хәүефһеҙлек
23 Март 2025, 05:34

"Ялған" мәғлүмәт таратҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған

Рәсәй ҡануниәтендә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт, йәки «ялған» яңылыҡтар таратҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

"Ялған" мәғлүмәт таратҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған"Ялған" мәғлүмәт таратҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған
"Ялған" мәғлүмәт таратҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған

Административ яуаплылыҡ Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 13.15-се статьяһының 9-сы өлөшөндә билдәләнгән:

Киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта дөрөҫ булмаған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәтте дөрөҫ хәбәрҙәр итеп таратыу граждандарға

административ хоҡуҡ боҙоу предметын конфискациялау менән йәки унһыҙ 30 меңдән 100 мең һумға тиклем штраф һалыуға килтерә.

Вазифалы кешеләр өсөн - 60-200 мең һум.

Ойошмалар өсөн - административ хоҡуҡ боҙоу предметын конфискациялау менән йәки унһыҙ 200 - 500 мең һум.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 207.1, 207.2 һәм 207.3 статьяларында енәйәт яуаплылығы ҡаралған:

РФ Енәйәт Кодексының 207.1 — се статьяһы граждандарҙың ғүмеренә һәм именлегенә хәүеф тыуҙырған шарттар тураһында алдан уҡ ялған мәғлүмәттәр таратыу. Яза - 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү йәки 1 миллион 500 мең һумға тиклем штраф һалыу.

РФ Енәйәт Кодексының 207.2 — се статьяһы кеше һаулығына зыян килтереү йәки үлем йәки башҡа ауыр эҙемтәләр килтереү рәүешендә ауыр эҙемтәләргә килтергән алдан уҡ ялған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәт таратыу. Яза - 2 миллион һумға тиклем штраф йәки 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү.

РФ Енәйәт Кодексының 207.3 — сө статьяһы РФ Ҡораллы көстәрен ҡулланыу тураһында, РФ Дәүләт органдарының үҙ вәкәләттәрен үтәү тураһында ялған мәғлүмәт таратыу. Максималь яза - билдәле бер вазифа биләү йәки 5 йылға тиклем билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 10 йылдан 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү.

 "Ялған" яңылыҡтар тип Интернет селтәрендә һәм киң мәғлүмәт сараларында ышаныслы хәбәрҙәр булып таратылған һәм граждандарҙың ғүмеренә йәки һаулығына, мөлкәтенә, йәмәғәт тәртибенә һәм йәмәғәт именлегенә хәүеф тыуҙырған мәғлүмәтте аңларға кәрәк.

фото сығанаҡтан

Автор:
Читайте нас