Ҡыш көнө балыҡ тоторға яратағыҙмы?
Ҡышын да үҙенең мауығыуын ташламаусы балыҡсылар күп. Уларҙың күбеһе ҡыш көнө балыҡ тотоу йәйгегә ҡарағанда мауыҡтырғыс тип һанай. Әммә сатлама һыуыҡта был шөғөл фажиғәгә әйләнмәһен өсөн, өйҙән сыҡҡанда уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.