Башҡортостанда был осорҙа тәүлегенә 200-ләп янғын осрағы тура килә. Был ҡәҙимгенән ике тапҡырға артығыраҡ. Ҡайһы бер йылдарҙа был осорҙа 30-ар кеше һәләк булыуы теркәлә.
Яңы йыл байрамдары мәлендә янғын сығыу осраҡтарының иң беренсе сәбәбе – алкоголь ҡулланыу. Артабан – ғәмһеҙлек, электр үткәргестәрҙең төҙөк булмауы, дөрөҫ үткәрелмәүе йәки гирляндаларҙы тикшермәйенсә ҡуйыу йәки оҙаҡ яндырыу.
Кеше күп йыйылған урындарҙа янғын сыҡҡан осраҡта хәүеф кимәле ныҡ арта. Шуның өсөн дөйөм шыршы байрамы үткәрелә торған урындарҙы ентекләп тикшереү мотлаҡ. Ишек эргәләрендәге ҡамасаулаған әйберҙәрҙе алып, сығыу юлдарын иркен тотоу фарыз. Йәнә запас ишектәрҙе лә әҙер тоторға кәңәш итәбеҙ.
Шулай уҡ алкоголь ҡулланырға яратҡан күрше-күләндәрегеҙгә лә күҙ-ҡолаҡ булыу зыян итмәҫ. Сөнки уттың ялы-ҡойроғо юҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ут сыға ҡалһа, йәки ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, шунда уҡ тиҙ арала 101,112 һандарына хәбәр итегеҙ! Өйҙәрегеҙгә янғын иҫкәрткес ҡоролмалары алыу ҡуйыу хәйерле.
Яңы йыл байрамдарыбыҙ имен һәм күңелле үтһен, тиһәк, барыбыҙға ла ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.
Ш. Хәкимов, 73-сө янғын һүндереү бүлеге начальнигы.