Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2024, 06:31

Дөрөҫ ҡарар ҡабул ит!

Терроризмға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 8 айында илдә 110 теракт киҫәтелгән. Был енәйәттәрҙә ҡатнашҡан меңдән ашыу кеше ҡулға алынған.Кешеләрҙе, бигерәк тә үҫмерҙәрҙе, енәйәт юлына баҫырға нимә этәрә һәм был хәүефтән нисек ҡотолорға?

1. "Еңел" эш хаҡы тәҡдим итәләр
Башҡортостандан өс үҫмерҙе суд 8, 11 һәм 12 йылға хөкөм итте.
Тимер юлдың бер участкаһында реле шкафын яндырыу бурысын балаларға «Украина мәнфәғәтендә эшләгән» кеше ҡуя. Уңышлы үткәрелгән эш өсөн ул 20 мең һум вәғәҙә итә.
Үҫмерҙәр шкафтың өҫкө өлөшөн ҡайырып, бензин һибә һәм ут төртә. Шунан һуң, янғынды видеоға төшөрәләр һәм яҙманы кураторға ебәрәләр.

2. Һеҙҙең комплекстарығыҙға баҫым яһайҙар
Синыфташтарына ҡарата шәхси нәфрәт Өфөнән үҫмер ҡыҙҙы Рәсәйҙә тыйылған «Колумбайн» хәрәкәте сафына инергә этәрә. “Мин күп нәмәгә һәләтлемен. Башҡа юл юҡ”, - тип яҙа ул үҙенең көндәлегендә. Бәхеткә күрә, уның пландары ваҡытында асыла.
Терроризмды аҡлаған һәм пропагандалаған өсөн суд ҡыҙҙы 5 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итә.

3. Дуҫ булып ҡыланалар
Эксперттар фекеренсә, экстремистар һәм террорсылар сафына йыш ҡына ҡараштары нығынмаған үҫмерҙәр, комплекслы, рәнйетелгән кешеләр йәки үҙ амбицияларын баҫтыра алмағандар эләгә. Бөтә тәүге мәғлүмәтте енәйәтселәр кандидаттарҙың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси биттәрендә таба. Улар кешене үҙ селтәрҙәренә тартыр алдынан ентекләп өйрәнә. Уға аҡса, ярҙам, изге һүҙ кәрәклеген бик яҡшы тоялар.
Шулай уҡ вербовщиктар телеграмалағы төрлө каналдар, онлайн-уйын чаттары, эш эҙләү сайттары аша еңел эш хаҡы тураһында мәғлүмәтте мөмкин тиклем киң тарата, резюме ҡалдырғандарға тиҙ аҡса эшләргә тәҡдим итә.

4. Ҡыҙыҡлы уйын уйнарға тәҡдим итәләр
Әлеге ваҡытта эксперттар теракттар һәм суицидтар өсөн социаль селтәрҙәрҙә яңы элементтарҙың барлыҡҡа килеүен теркәй.
Ата-әсәләргә нимә эшләргә?
Ата-әсәләр баланың ниндәй социаль селтәрҙә ултырғанын, ниндәй төркөмдәрҙә һәм кем менән аралашыуын белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, бала кәңәш һорап һеҙгә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмаһын өсөн, үҙ-ара мөнәсәбәтте ышаныуға ҡорорға кәрәк. Әгәр ул йышыраҡ яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрһә, компьютерҙа күп ваҡыт үткәрһә, кейем стилен үҙгәртһә, уңышһыҙлыҡтарын башҡаларҙан күрә башлаһа, һаҡ булырға кәрәк.
Уның ниндәй китаптар уҡыуына, ниндәй фильмдар ҡарауына иғтибар итегеҙ. Уның менән төрлө темаларҙы тикшерегеҙ, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтерегеҙ.

Балаларға нимә эшләргә?
- Интернетта һаҡ булығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һеҙҙең менән дуҫлашырға тырышҡан таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ.
Белегеҙ! Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да интернет аша мөрәжәғәт итмәй һәм енәйәт ҡылырға тәҡдим итмәй.
- Еңел тормош һәм ҙур табыш вәғәҙәһенә алданмағыҙ. Террорсылар йыш ҡына был ысулдарҙы кешеләрҙе ылыҡтырыу өсөн ҡуллана.
- Әгәр һеҙгә шикле эшмәкәрлектә ҡатнашырға тәҡдим итһәләр, баш тартығыҙ һәм был хаҡта өлкәндәргә хәбәр итегеҙ.

☎ БР буйынсса Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефоны 8 (347)279-32-92.

Автор:
Читайте нас