Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Октябрь , 16:00

Бурҙар йәшкә ҡарамай. Уларҙы һинең аҡсаң ғына ҡыҙыҡһындыра

Ҡорбан мутлашыусының күрһәтмәһе буйынса уға үҙенең смартфонына ситтән инеү мөмкинлеген бирә. Ышаныс менән файҙаланып, енәйәтсе был ир исеменә 500 мең һум күләмендә кредит ала һәм уларҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә. "Белгес" 1,5 миллион һум күләмендә тағы бер кредит алырға тырыша, әммә был операция банк тарафынан кире ҡағыла.

Бурҙар йәшкә ҡарамай. Уларҙы һинең аҡсаң ғына ҡыҙыҡһындыра
Бурҙар йәшкә ҡарамай. Уларҙы һинең аҡсаң ғына ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында бөтәһе 26 хәбәр килгән. Шуларҙың бер нисәүһенә туҡталайыҡ.

1. Рәсәй Эске эштәр Министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә 39 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Иргә мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыу килә. Әңгәмәсе үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм енәйәтселәр уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыуы һәм әлеге ваҡытта кредит алыу өсөн ғаризалар ебәреүҙәре тураһында хәбәр итә. Уның артынса банктың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, алдағы шылтыратыусының мәғлүмәтен раҫлай. Мутлашыусылар иргә хәлдән сығыу юлын таба – хәүефһеҙ иҫәп асыуҙы тәҡдим итә. «Белгестәргә» ышанып, ғариза биреүсе мутлашыусыларға 2,5 миллион һумдан ашыу йыйған аҡсаһын күсергән.

2. Мәғариф учреждениеһының 53 йәшлек хеҙмәткәре 6-сы полиция бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Өфөлә йәшәүсе ҡатын мессенджерҙарҙың береһендә өҫтәмә эш хаҡы тураһында реклама күреп ҡалған һәм бәхетен һынап ҡарап, заявкаһын ҡалдырған. Бер нисә минуттан уға инвестиция компанияһы хеҙмәткәренән шылтыратыу килә, ул эш хаҡының өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй һәм ғариза биреүсегә тәүге килешеүҙәрҙе төҙөргә ярҙам итә.
Уҡытыусы ай дауамында 2 миллиондан ашыу кредитҡа алған аҡсаһын инвестицияларға күсергән, ләкин бер ниндәй ҙә дивиденд алмаған.

3. Күмертау ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә 60 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ғариза биреүсегә «Мегафон»кәрәҙле компанияһы операторынан шылтыратыу килә. Ялған хеҙмәткәр сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы һәм уны артабан ҡулланыу өсөн оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Ҡала кешеһе, мутлашыусының күрһәтмәһе буйынса, үҙенең смартфонына алыҫтан инеү мөмкинлеген бирә. Ышаныс менән файҙаланып, енәйәтсе был ир исеменә 500 мең һум күләмендә кредит ала һәм уларҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә. "Белгес" 1,5 миллион һум күләмендә тағы бер кредит алырға тырыша, әммә был операция банк тарафынан кире ҡағыла.

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы иҫкәртә:

таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция, банк йәки кеҫә телефоны хеҙмәткәре шылтыратһа, телефонығыҙҙы һүндерегеҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттарға күсмәгеҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәгеҙ.


Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: