Мутлашыусылар бәйләнешкә ингән таныш-белештәрегеҙгә яҙығыҙ йәки шылтыратығыҙ. Һеҙҙең аккаунтты ватыуҙары һәм бер нәмә лә ебәрмәүегеҙ хаҡында иҫкәртегеҙ.
Минең аккаунтты ватып инделәр, тигән яҙыу менән Аватар ҡуйығыҙ.
Көйләүҙәргә инегеҙ. «Ҡоролмалар» бүлеген һайлағыҙ
Һеҙҙең профилгә инеү мөмкинлеге булған телефондарҙың һәм компьютерҙарҙың тулы исемлеге асыласаҡ. Үҙегеҙҙең ҡоролмаларҙы ғына ҡалдырығыҙ, ҡалғандарын һүндерегеҙ.
Ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ.
Телефонығыҙ Android булһа:
- көйләүҙәргә инегеҙ, һуңынан «Облачный пароль» – «Пароль индерергә» тигән бүлектәргә күсегеҙ. Пароль уйлап табығыҙ һәм уны ике тапҡыр индерегеҙ. Программа паролегеҙҙе иҫкә төшөрөү (паролегеҙҙе яҙмағыҙ!) системаһын һәм тергеҙеү өсөн электрон почтағыҙҙы индерергә тәҡдим итәсәк. Почтағыҙға алты урынлы код килә, уны барлыҡҡа килгән юлға яҙығыҙ.
Әгәр телефонығыҙ IPhone икән:
– көйләүҙәргә, һуңынан – «Конфиденциаллек» – «Облачный пароль» – «Пароль индерергә» бүлектәренә инегеҙ.
❗ Мөһим! Пароль сифатында ябай комбинациялар ҡулланмағыҙ (мәҫәлән, 123456) ундай паролде табыуы еңел.
5⃣ Башҡа социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарығыҙҙа, шулай уҡ электрон почталарығыҙҙ паролдәрегеҙҙе үҙгәртегеҙ.
Бынан алда WhatsApp аккаунттарын ватып инһәләр, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләгәйнек.
#АңлатабыҙБашҡортостан
+3 °С
Болотло