Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Июль , 17:30

Республикала йәшәүселәр тәүлек эсендә мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Уҙған көндә республиканың Эске эштәр министрлығында 29 мутлашыу осрағы теркәлгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы полиция бүлегенә 21 йәшлек ҡатын 1 миллион 328 мең һум аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Республикала йәшәүселәр тәүлек эсендә мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.
Республикала йәшәүселәр тәүлек эсендә мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Енәйәтселәр ҡорбандың телефон номерына криптовалютаға инвестициялау ярҙамында эш хаҡы тураһында тәҡдим менән шылтыратҡан. Зыян күреүсе банкта 508 мең һум күләмендә кредит алған. Уларға үҙенең 820 мең һум аҡсаһын ҡушып енәйәтселәр әйткән иҫәпкә күсергән. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Мутлашыу тураһындағы ошондай ғариза менән пенсионер ҡатын Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығындағы 7-се полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусылар 1 июндән 30-на тиклем ҡатын менән инвестициялау тураһында тәҡдим менән билдәһеҙ абонент номерҙары аша бәйләнешкә ингән. Ышаныусан пенсионер ҡатын интернетта аҡса эшләрмен тип өмөтләнгән. Ләкин уңмаған - ул мутлашыусыларға тап булған. Ханым төрлө банктарҙа ике кредит юллай һәм таныш булмаған банк иҫәптәренә аҡса күсерә. Күндереүҙәр ярҙамында аферистар ҡорбандан 1 миллион 800 мең һум аҡсаһын алған.

Хөрмәтле граждандар! Уяу булығыҙ. Мутлашыусылар инвестиция һылтауы менән республика халҡынан миллион һумдар урлай. Кәрәҙле элемтә һәм мессенджерҙар аша таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәгеҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: һәр кеше бындай схемаларҙың ҡорбаны булыуы мөмкин.

Дилара Сабирова, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

 

 

Автор:
Читайте нас: