Шулай уҡ 53 йәшлек ир Илеш районы полицияһына мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. 2023 йылдың авгусынан үҙен ҙур фирма хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кешенән кеҫә телефонына шылтыратыуҙар килә башлай. Инвестиция платформаһында юғары табыш һылтауы менән мутлашыусылар иргә иҫәп асырға һәм унда аҡса һалырға тәҡдим итә. Шулай итеп, 3 миллион һумға яҡын аҡса урланған.
❗Хөрмәтле граждандар, уяу булығыҙ һәм таныш булмаған номерҙарға ышанмағыҙ. Йыйған аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ һәм шикле инвестицияларҙан һаҡланығыҙ. Шуны онотмағыҙ: уяу һәм һаҡ булыу - мутлашыу менән көрәштә һеҙҙең иң яҡшы союздаштарығыҙ!
Анна Боброва, БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре кешегә шылтыратмай!
Бөгөнгө көндә мутлашыусыларҙың тиҙ байыу тураһындағы хәбәренә ышанып, булған аҡсаһын (етмәһә, миллионлап кредит алып) билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән кешеләр хаҡында күп яҙабыҙ, һөйләйбеҙ. Ләкин бурҙарҙы байытыусылар һаны артҡандан-арта ғына бара.
Онотма: билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, аҡса эшләү тураһында хәбәр башлаһалар, йәки төрлө һылтау менән шәхси мәғлүмәтеңде белергә тырышһалар, телефоныңдағы ҠЫҘЫЛ төймәгә баҫа һал!
"Хәүефһеҙ иҫәп" булмай!
"Еңел аҡса" булмай!