Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Июнь , 16:00

Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!

Һуңғы арала водитель таныҡлығы булмаған килеш мопед, мотоциклдарҙа йөрөүселәрҙең күплеге, уларҙың иғтибарһыҙлығы, юл ҡағиҙәләрен үтәмәүе, тейешле кимәлдә белмәүе арҡаһында үҙҙәренә һәм башҡа кешеләргә зыян килтереү хәүефе күптәрҙе борсой.

Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!
Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!

Ошо темаға ярашлы, район хакимиәтенең акттар залында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырышы үтте. Иң беренсе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәре Й. Хәсәнов районда енәйәтселектең торошона анализ яһаны, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш тураһында мәғлүмәт бирҙе. Юл хәүефһеҙлеге инспекторы А. Йәнбәков скутер, мопед, мотоциклдарҙа йөрөүселәр менән профилактик саралар тураһында һөйләне. Район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Сәйфетдинов мәктәптәрҙә йәйге лагерҙарҙың ойошторолоуы, оҙайлы каникул мәлендә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ ултырышта опека һәм попечителлек секторы мөдире А. Вәхитова, район үҙәк дауаханаһы табибы Ю. Коробчанский сығыш яһанылар.

Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!
Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: