Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Июнь , 20:36

2024 йылғы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостан урмандарында 17 гектар майҙанда ете янғын сығыу осрағы теркәлгән

Был уҙған йылға ҡарағанда 95 янғынға аҙыраҡ. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

2024 йылғы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостан урмандарында 17 гектар майҙанда ете янғын сығыу осрағы теркәлгән
2024 йылғы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостан урмандарында 17 гектар майҙанда ете янғын сығыу осрағы теркәлгән

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел 17 апрелдән асылды. Яҙғы осор башлыса урман янғындары формированиеларының ваҡытында әҙер булыуы, халыҡ менән әүҙем профилактик эш алып барыуы һәм уңайлы һауа шарттары һөҙөмтәһендә тотороҡло үтте.

Урман фондының торошон контролдә тотоу өсөн йыһандан дистанцион мониторинг мәғлүмәттәре һәм 4 миллион гектарҙан ашыу майҙанда һауанан патруллек итеү, шулай уҡ Урал аръяғының биш районы биләмәһендә ҡуйылған «Урмандарҙы һаҡлаусы» мәғлүмәт системаһының видеокамералары файҙаланыла.

Ерҙән патруллек итеү ҙә көсәйтелгән, ул урмандарҙа 173 янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡларға мөмкинлек биргән. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/179595.htmlhttps://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/179595.html

Автор:
Читайте нас: