Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Май , 14:00

Ҡаршы һыҙатта хәрәкәт иткән автомобилгә юл бирмәгән...

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһының Бөрйән районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмаған пассажир ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү алып бара.

Ҡаршы һыҙатта хәрәкәт иткән автомобилгә юл бирмәгән...
Ҡаршы һыҙатта хәрәкәт иткән автомобилгә юл бирмәгән...

2024 йылдың 23 майында иртәнге сәғәт 10-да Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлында бәлиғ булмаған пассажир ҡатнашлығында "Рено-Логан" һәм "Лада Гранта" автомобилдәре араһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Асыҡланыуынса, Бөрйән районынан 46 йәшлек "Рено-Логан" водителе Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлы буйлап хәрәкәт иткән һәм хәүефһеҙ хәрәкәт тиҙлеген һайламайынса һулға боролғанда ҡаршы йүнәлештә килгән "Лада Гранта" автомашинаһы менән бәрелешкән.

Бәрелешкәндән һуң "Рено-Логан" автомобиленең бәлиғ булмаған пассажиры тиҙ ярҙам бригадаһы менән дауаханаға оҙатылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһының Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 22.9 пунктына ярашлы, балаларҙы автомобилдә йөрөтөү уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү шарттарында транспорт конструкцияһын иҫәпкә алып рөхсәт ителә. 7 йәшкә тиклемге балаларҙы хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған транспорт сараларында балаларҙы тотоусы ҡоролмалар (ДУУ), йәғни, автокресло ярҙамында, 7 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләрҙе - балаларҙы тотоусы ҡоролмалар йәки хәүефһеҙлек ҡайыштары менән автомобилдең артҡы ултырғысында, алғы ултырғыста тик балаларҙы тотоусы ҡоролмалар менән генә йөрөтөргә рөхсәт ителә.

Балаларҙы тотоусы ҡоролмалар баланың ауырлығына, буйына тап килергә тейеш. Иң хәүефһеҙ балалар креслоһы - автокресло. Балаға транспорт сараһы хәрәкәт итә башлағандан алып ул тулыһынса туҡтағанға тиклем хәүефһеҙлек ҡайыштары эленгән булырға тейеш.

Автомобиль транспорты менән балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.23-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса 3000 һум күләмендә штраф формаһында административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер штраф та балаларҙың ғүмере һәм һаулығы менән тиңләшерлек түгел! Баланы юлдағы фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалыу - һәр өлкән кешенең бурысы! Тәртипле, ипле һәм әҙәпле водителдәр булығыҙ! Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың ҡайышын эләктерегеҙ! Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ!

Альберт Йәнбәков,

Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл күҙәтеүе дәүләт инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.

Автор:
Читайте нас: