Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Май , 10:01

Радий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында хәбәр итте

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә 9 майҙа «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына һәм беҙҙең республикаға террористик һөжүм тураһында хәтергә төшөрҙө.

Радий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында хәбәр итте
Радий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында хәбәр итте

«Предприятие етәкселегенә йәнә рәхмәт белдерәм. Күп планлы оборона системаһы ҙур зыян килтереүгә юл ҡуйманы. 10 майҙа Салауатта оператив штаб ултырышында һауаға ҡаршы оборонаны, ғөмүмән, иҡтисадыбыҙ өсөн үтә мөһим булған предприятиеларыбыҙҙы обороналауҙы көсәйтеү тураһында һөйләшеп килештек», - тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» 10 майҙа Башҡортостан Башлығының пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән урынға барыуы һәм «Газпром нефтехим Салауат» майҙансығында республика оперштабының күсмә ултырышын үткәреүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-13/radiy-habirov-soobschil-ob-usilenii-oborony-kriticheski-vazhnyh-predpriyatiy-3763115

Автор:
Читайте нас: