Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Май , 15:15

Һыу инергә яратағыҙмы? Хәүефһеҙлек - беренсе сиратта булһын!

2024 йылдың һыу инеү миҙгелендә муниципаль райондың һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында район хакимиәте ҡарар ҡабул итте.

Һыу инергә яратағыҙмы? Хәүефһеҙлек - беренсе сиратта булһын!
Һыу инергә яратағыҙмы? Хәүефһеҙлек - беренсе сиратта булһын!

Унда биләмәләрендә, ҡул аҫтарында һыу объекттары (һауыҡтырыу, ял итеү, турист лагерҙары, ял базалары, пляждар, һыу инеү урындары) булған ауыл хакимиәте башлыҡтарына, етәкселәргә

- 2024 йылдың 1 июненә тиклем һәр биләмәлә үҙ ҡарары менән халыҡтың күмәкләп һыуҙа ял итеү урындарын билдәләргә, ул урындарҙы тейешле тәртиптә йыһазландырырға,

- күмәк ял итеү урындарын федераль һәм республика тикшереү органдарының тейешле рөхсәтенән тыш файҙаланмаҫҡа, ял итеү урындарын 1 июнгәсә асырға,

- һыу инеү миҙгелендә пляждарҙа ҡотҡарыу постары булдырырға, аттестация үткән ҡотҡарыусыларҙың дежурлығын ойошторорға,

- рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү тыйылғанын күрһәтеүсе билдәләр, яҙыуҙар ҡуйып, кешеләргә һыу инеүҙе тыйырға, ошо хаҡта халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә,

- район полиция бүлегенә халыҡтың һыуҙа күпләп ял иткән урындарында йәмәғәт тәртибе һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн саралар комплексы эшләргә һәм бойомға ашырырға,

- район мәғариф бүлегенә “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” уҡыу программаһы курсы сиктәрендә уҡыусыларға һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе, балаларҙың йәйге ялында һыуҙа занятиелар үткәреү өсөн уҡытыусылар араһынан ҡотҡарыусыларҙы әҙерләүҙе йөкмәтергә, һыу инеү миҙгеле асылғансы балаларҙың ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында, улар күпләп ял иткән урындарҙа һыу инеү объекттарын асыуға рөхсәт алырға,

- район үҙәк дауаханаһына һыу инеү миҙгелендә һыуҙа зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе;

- район хакимиәтенең берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә һыу инеү осоронда һыуҙағы хәл-торош тураһында оператив мәғлүмәт йыйыуҙы ойошторорға һәм халыҡтың һыуҙағы именлеген тәьмин итеү юҫығында көс һәм сараларҙы берләштерергә кәрәклеге билдәләнә.

 

Хөрмәтле райондаштар!

Балалар һыу буйында йөрөргә ярата. Бәхетһеҙлек осраҡтары булмаһын өсөн уларҙы алдан тыйырға кәрәк. Ата-әсәләр, уҡытыусылар балаларға аңлатыу эштәре алып барып, киҫәтеп ҡуйырға, һыу буйында булғанда балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа бурыслылар. Ололар көндәр йылыныу менән һыу буйында ял итергә, кәмәләрҙә йөҙөргә, балыҡ тоторға әүәҫ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

-тик рөхсәт ителгән ерҙәрҙә генә һыу инергә мөмкин;

-таныш булмаған урындарҙа сумырға ярамай  (һыу төбөндә батҡан бағаналар, таштар һәм башҡа нәмәләр ятыуы ихтимал);

-тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ;

-дауыллы көндө йәки ярға көслө тулҡын бәрелгән урындарҙа һыу инергә ярамай;

-әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, ағымға ҡаршы йөҙөргә маташмағыҙ. Был осраҡта ағым ыңғайына һәм әкренләп ярға ыңғайлап йөҙөргә кәрәк;

-ауырып йәки хәлһеҙләнеп торғанда, тән температураһы күтәренке булғанда, киҫкен инфекциялы сир менән ауырығанда һыу инергә ярамай;

-спиртлы эсемлек эскән килеш һыуға яҡын бара күрмәгеҙ. Һыу инеү күңел асыу ғына түгел, ә һәр беребеҙҙән оло яуаплылыҡ та талап итә. Хәүефһеҙлек саралары тураһында  онотмағыҙ!

 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: