Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Апрель , 09:49

Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышы үтте

27 мартта район хакимиәтенең ултырыштар залында Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең терроризмға ҡаршы комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте.

Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышы үтте
Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышы үтте

Сарала райондың терроризмға ҡаршы комиссияһы рәйесе - район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов, комиссия ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау, йәштәр һәм спорт бүлеге, Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе, район прокуратураһы, «Таң» гәзите редакцияһы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Көн тәртибендә күп кенә мөһим һорауҙар ҡаралды:

-объекттарҙы һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һәм персоналдың әҙерлек кимәлен күтәреү, террористик акттар ҡылыу хәүефенә яуап биреү буйынса өҫтәмә саралар тураһында;

-белем биреү өлкәһендә, йәштәр мөхитендә һәм Бөрйән районы муниципаль районы территорияһында йәшәгән сит ил кешеләре араһында адреслы профилактик эште ойоштороу буйынса өҫтәмә саралар, шул иҫәптән юғары террористик әүҙемлеккә эйә булған илдәрҙән хеҙмәт мигранттары, был эшкә белем биреү ойошмаларын, эш биреүселәрҙе, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәрен йәлеп итеү тураһында;

-белем биреү һәм йәштәр мөхитендә терроризм идеологияһының, неонацизм идеяларының һәм төрлө деструктив хәрәкәттәрҙең таралыуына ҡаршы тороу  буйынса, шул иҫәптән терроризмға ҡаршы контент булдырыу һәм уны үҫтереү юлы менән дә, эшмәкәрлекте камиллаштырыу тураһында.

Тикшерелгән мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, бурыстар ҡуйылды һәм аныҡ үтәү ваҡыты билдәләнде.

Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышы үтте
Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышы үтте
Автор:
Читайте нас: