Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Март , 16:45

Башҡортостанда һыу баҫыуға бәйле хәл контролгә алынған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 15:00 сәғәткә 9 муниципаль берәмектән көслө ҡар иреүе һәм ямғырҙар үтеүе һөҙөмтәһендә биләмәләрҙе һыу баҫыуы тураһында хәбәр килгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы көсө һәм саралары юғары әҙерлек режимы ғәмәлендә.  Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы территориаль ярҙамсы системаһы көстәре һәм саралары халыҡтан килгән һәр хәбәр буйынса тикшереү үткәрә, урындарға техника ебәрелгән. Хәбәрҙәр Ишембай, Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында, шулай уҡ Сибай, Туймазы, Дәүләкән һәм Өфө ҡалаларында йәшәүселәрҙән килгән. Тейешле саралар күрелә, хәлде күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ.

 

Автор:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы
Читайте нас: