Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Декабрь 2023, 16:34

Яңы йыл байрамдары осоронда янғын хәүефһеҙлеге саралары

Яңы йыл - ул матур биҙәүестәр, сағыу уттар, хуш еҫле мандариндар, тәмле ашамлыҡтар һәм ғәжәйеп атмосфера осоро. Ләкин көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү ысын фажиғәгә килтереүе ихтимал.

Яңы йыл байрамдары осоронда янғын хәүефһеҙлеге саралары
Яңы йыл байрамдары осоронда янғын хәүефһеҙлеге саралары

Яңы йыл байрамдарында бик йыш янғын хәүефе юғары булған тауарҙар: пиротехника, бенгаль шәмдәре һәм шыршы гирляндалары файҙаланыла.

Йыш ҡына тантана пиротехник сараларҙы файҙаланған ваҡытта иғтибарһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ һәм (йәки) янғын хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен белмәгәнлектән килеп тыуған фажиғәле ваҡиға арҡаһында боҙолоуы ихтимал.

Янғын байрамды боҙмаһын өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә:

- өйҙән сыҡҡанда электр йылытыу приборҙарының һүндерелгәненә инанығыҙ;

- стандарт булмаған һәм ҡулдан эшләнгән электр йылытыу приборҙарын файҙаланмағыҙ;

- ватылған розеткалар менән ҡулланмағыҙ;

- шырпыны һәм башҡа ут сығанаҡтарын балалар күрмәгән урындарҙа һаҡлағыҙ, бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- өйөгөҙҙә еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡсаларҙы һәм шартлатыу ҡулайламаларын һаҡламағыҙ;

- балкондарҙа һәм лоджияларҙа, шулай уҡ эвакуация юлдарында яғыулыҡ шыйыҡсалары һаҡламағыҙ;

- түшәктә тартмағыҙ;

 - биналарҙа пиротехник изделиеларҙы һәм асыҡ утты ҡулланмағыҙ;

- йортоғоҙҙа беренсел янғын һүндереү саралары, шулай уҡ үҙаллы янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор ҡуйығыҙ.

                          Шыршы ултыртыуға талаптар:

Уны ултыртыу өсөн урынды дөрөҫ һайлағыҙ. Шыршы йылытыу приборҙарынан алыҫта торорға тейеш. Кешеләрҙе  эвакуациялаған осраҡта ул бинанан сығырға ҡамасауларға тейеш түгел.

Шыршы ныҡ торорға тейеш. Бының өсөн махсус ҡулайлама бар - уны ғаиләгеҙҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бер тапҡыр һатып алығыҙ. Шыршыны биҙәү өсөн еңел тоҡанып китеүсе декорацияларҙы ҡулланмағыҙ. Бында мамыҡтан, пластиктан, ҡағыҙҙан, балауыҙҙан эшләнгән уйынсыҡтар инә (сикләү антипирен һеңдерелгән предметтарға ғына ҡағылмаҫҡа мөмкин).

Шикле һәм ватылған гирляндаларҙы  ҡулланмағыҙ. Биҙәүес сифатлы, төҙөк булырға, завод гарантияһына эйә булырға тейеш. Йоҡларға ятҡанда йәки өйҙән сыҡҡанда гирлянданы розетканан ысҡындырығыҙ.  Унда, һәр электр приборындағы кеүек, ҡыҫҡа ялғаныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ә янып китеү өсөн бер генә осҡон да етә. Әгәр насар еҫ тояһығыҙ икән, шунда уҡ гирлянданы һүндерергә кәрәк. Бындай биҙәүесте артабан ҡулланырға кәңәш ителмәй.

Шыршыға ҡағылышлы тағы ла бер кәңәш - уның эргәһендә бенгаль уттарын тоҡандырмағыҙ. Уларҙың ботаҡтарға эләгеүе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуы ихтимал.

Пиротехникаға талаптар:

Төп ҡағиҙә - ҡулдан яһалған пиротехник әйберҙәр ҡулланыу тыйыла. Йыл һайын кеше ҡулында пиротехника шартлауы һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән йәрәхәтләнеү осрағы теркәлә. Һатып алынған петардаларҙың һәм фейерверктарҙың мотлаҡ ярашлылыҡ сертификаты, инструкцияһы булырға тейеш. Күҙгә күренгән етешһеҙлектәре, йәғни, корпусы, фитиле йәрәхәтләнгән булһа, изделиены файҙаланмағыҙ. Үҙегеҙҙең именлегегеҙгә яуаплы ҡарағыҙ!

Пиротехника ҡулланыр алдынан хәүефһеҙ урын һайларға кәрәк. Был торлаҡ йорттарҙан алыҫта, ағастарһыҙ һәм ҡаралтыларһыҙ ирекле асыҡ майҙансыҡ булырға тейеш. Фейерверк булған урындан 100 метр радиуста янғын сығыу хәүефе булған объекттар, автомобиль туҡталҡалары, ағас һарайҙар, еңел тоҡанып китеүсе материалдар булмаҫҡа тейеш. Тамашасылар өсөн майҙансыҡтан минималь ара - 35 метр.

Мөһим! Торлаҡ йорттар янында пиротехник ракеталар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Улар форточкаға, балконға йәки сарлаҡҡа инеп, янғын сәбәбе булыуы мөмкин. Шулай уҡ ярамай:

- салюттарҙы ҡулдан ысҡындырырға;

- пиротехниканы ҡулланған ваҡытта уның өҫтөндә эйелергә;

- балаларға пиротехник изделиеларҙы үҙаллы тоҡандырырға рөхсәт итергә;

- еүешләнгән петардаларҙы йәки фейерверктарҙы батареяларҙа, йылытҡыстарҙа һәм башҡаларҙа киптерергә.

Янғын сыҡҡан осраҡта ни эшләргә:

  1. "01" йәки "101" телефондары буйынса янғын һағын саҡыртырға, үҙеңдең аныҡ адресыңды, янған объект тураһында хәбәр итергә һәм янғын һағын ҡаршы алырға кәрәк. Балаларға - әгәр яҡын тирәлә өлкәндәр бар икән, шунда уҡ уларҙы ярҙамға саҡырырға.
  2. Янғын башланып ҡына торһа, уны еңел генә һыу менән һүндерерә алағыҙ, ҡалын юрған, япма менән ҡапларға, ҡом, тупраҡ һибергә мөмкин.
  3. Көсөргәнештәге электр сымын һәм электр приборҙарын һыу менән һүндерергә ярамай - ғүмер өсөн хәүефле.
  4. Утты һүндерә алмаясағығыҙҙы һәм янғындың хәүефе артыуын күрһәгеҙ, ашығыс рәүештә бинанан сығығыҙ.
  5. Бер ҡасан да төтөнлө бинала йәшенмәгеҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғын хәүефһеҙлеге сараларын теүәл үтәү - ул Һеҙҙең именлегегеҙ, ғүмерегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлау нигеҙе!

 

Азамат Ғәбитов,

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының

Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: