Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Декабрь 2023, 15:51

Бөрйән районында «Иғтибар - балалар!» исемле иҫкәртеү саралары уҙа

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының һанын кәметеү һәм уҡыусылар тарафынан, шулай уҡ транспорт водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында 2023 йылдың 27 декабренән 2024 йылдың 13 ғинуарына тиклем Бөрйән районында «Иғтибар - балалар!» исемле иҫкәртеү саралары уҙа.

Бөрйән районында «Иғтибар - балалар!» исемле иҫкәртеү саралары уҙа
Бөрйән районында «Иғтибар - балалар!» исемле иҫкәртеү саралары уҙа

2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 412 (+16,4 %) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 8 (-27,3%) бала һәләк булған һәм 447-һе (+14,6%) тән йәрәхәттәре алған.

Ағымдағы юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе (40,3%) пассажир балалар ҡатнашлығында булған. 166 (+23,9%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 5 (+25%)бала һәләк булған һәм 186-һы (+13,4%) йәрәхәтләнгән.

Балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен  боҙған  осраҡта (балаларҙы махсус креслоһыҙ йөрөтөү) 11 (=) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 2 (+100%)бала һәләк булған һәм 14-е (-12,5%)йәрәхәтләнгән.

Күпселеге (30,3%) бәлиғ булмаған йәйәүлеләрҙең ҡатнашлығында булған, 125  (-10,7%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 1 (-66%) бала һәләк булған һәм 126-һы (-10,6%) төрлө йәрәхәттәр алған. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарһыҙ төнөн 2 (-33,3%) юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 2 (-33,3%) бәлиғ булмаған бала йәрәхәтләнгән.

Транспорт саралары менән идара иткәндә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы айырыуса хәүеф тыуҙыра.

Бәлиғ булмаған механик транспорт водителдәре ҡатнашлығында 95 (+82,7%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 2  (-33,3%) бала һәләк булған һәм 93-ө (+89,8%) йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаларының яртыһынан ашыуы (65; +132%)  бәлиғ булмағандарҙың үҙ һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан , уларҙа 2 (+100%) бала һәләк булған һәм 63-ө (+133,3 %) йәрәхәтләнгән.

 

С.Буранбаев,

ЮХХДИ бүлегенең Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы полицияның өлкән лейтенанты

Автор:
Читайте нас: