Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Декабрь 2023, 11:59

Серле мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ

Нисек алданыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?  Һеҙгә ябай ғына ҡағиҙәләр тәҡдим итәбеҙ: бер ҡасан да билдәһеҙ һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, шикле номерҙарға шылтыратмағыҙ. Һылтанма ышаныслы, ә телефон дөрөҫ тойолһа ла, ойошмаларҙың рәсми сайттарындағы адрестарҙы һәр ваҡыт асыҡлағыҙ, ә номерҙарҙы рәсми белешмәләрҙә тикшерегеҙ.

Серле мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ
Серле мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ

Аҡса күсереү тураһында СМС килһә (хәбәр банктың ғәҙәти белдереүенә оҡшаған), һуңынан һеҙгә яңылыш аҡса күсереүе һәм уны кире ҡайтарыуығыҙҙы һорап шылтыратһалар, бер нәмәне лә ҡайтарырға ашыҡмағыҙ. Бындай хәл мутлашыу схемаһына оҡшаған: аҡса ла килмәгәндер, моғайын, СМС та - һеҙҙең банктан түгелдер, ә һеҙгә енәйәтсе шылтыратҡандыр. Иҫәбегеҙҙе тикшерегеҙ, онлайн-банкта күсермә һорағыҙ йәки берәһенә аҡса күсерер алдынан банкка шылтыратығыҙ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк

 

 

Автор:
Читайте нас: