Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Май 2023, 16:15

Ял көндәрендә республикала янғындарҙа - 5, уҙған аҙнала 10 кеше һәләк булған.

Йыл башынан алып 4709 янғын булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 134 кеше һәләк булған, был былтырғыға ҡарағанда 39 кешегә күберәк. Тәне бешкән, төтөнгә тонсоҡҡан кешеләр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп - 118 кеше.

Ял көндәрендә республикала янғындарҙа - 5, уҙған аҙнала 10 кеше һәләк булған.
Ял көндәрендә республикала янғындарҙа - 5, уҙған аҙнала 10 кеше һәләк булған.

Кеше үлеменә килтергән янғындарының төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартҡанда һәм электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы. Янғында кешеләрҙең ғүмере өҙөлгән урын ул - фатирҙар, йорттар, баҡса йорттары.

Йыш ҡына янғындар төндә йәки иртәнге сәғәттәрҙә сыға һәм йоҡо кешеләрҙең үлеменә булышлыҡ итә.

👉🏼Тәмәкене һүндермәй ташламағыҙ, йылытҡыстарҙы, башҡа электр приборҙарын һүндерегеҙ. Ут менән эш иткәндә барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ!

👉🏼Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролманың батарейкаһын тикшерегеҙ, әгәр ул ҡуйылмаған булһа, быны тиҙ арала ҡуя һалығыҙ.

👉🏼Өлкән быуынға иғтибар итегеҙ, балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ!

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Сығанаҡ: Главное управление МЧС России по Республике Башкортостан

Автор:
Читайте нас: