Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Май 2023, 10:22

Янғындар буйынса оператив мәғлүмәт. 19 май.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов.

Ағиҙелдә һыу температураһы - 5-10 градус. Һыу инергә ярамай - хәүефле, һыуыҡ. Өҫтәүенә йәйге ял зоналары миҙгел асыуға әҙерләнә. 19 майға Башҡортостанда 148 пляждың 105-е аттестация үтте, ҡалғандары - процеста.

Янғындар менән бәйле хәл элеккесә айырым контролдә тотола. Әлегә барыһы ла тыныс. Һәм "Урман һағы" мониторинг системаһы камералары быны раҫлай.

19 май иртәһенә оператив мәғлүмәт:

- 18 майҙан 19-на тиклем 52 техноген янғын булған. Береһе - Учалы районының Ахун ауылында. Көслө ел арҡаһында ут тиҙ тарала, 3 ағас йорт һәм 10 йорт-ҡаралтыһы зыян күргән. Күмәк көс менән янғын һүндерелгән. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ.

- 13,5 гектар майҙанда 3 урман янғыны сығанағы теркәлде. Бөрйән, Йылайыр һәм Ағиҙел райондарында.

- 8,7 гектар майҙанда 13 үлән яныу осрағы теркәлгән. Береһе - Благовещен районының Бедеева Поляна ауылында.

Пляждарға килгәндә, уларҙың исемлеге бында: http://portal.introgis.com/CoGIS/Beach  

Күберәк мәғлүмәт - эфир яҙмаһында.

 

Автор:
Читайте нас: