Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Май 2023, 11:10

Һыу буйҙарында һаҡ булығыҙ

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 2 майына ҡарата республиканың һыу объекттарында 21 һыуға батыу осрағы теркәлгән. Уларҙа 19 кеше һәләк булған (2 бала), 3 кеше ҡотҡарылған (1 бала). 28 апрелдән 1 майға тиклемге осорҙа ғына ла 6 кеше һыуға батып үлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында өлкәндәр яғынан ҡарауһыҙ ҡалдырылыу сәбәпле һәләк булған 2 бала ла бар.

Һыу буйҙарында һаҡ булығыҙ
Һыу буйҙарында һаҡ булығыҙ

Был бәхетһеҙ осраҡтар Белорет ҡалаһында һәм Архангель районында теркәлгән.

Салауат, Бөрө ҡалаларында, Ғафури, Шишмә райондарында оло кешеләр һыуға батҡан. Үткәрелгән анализдар күрһәтеүенсә, улар алкоголь ҡулланған килеш йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү һәм балыҡ тотҡанда бәхетһеҙлеккә осрау һөҙөмтәһендә яҡты донъя менән хушлашҡан.

Балалар һыу буйында йөрөргә ярата. Бәхетһеҙлек осраҡтары булмаһын өсөн уларҙы алдан тыйырға кәрәк. Ата-әсәләр, уҡытыусылар балаларға аңлатыу эштәре алып барып, киҫәтеп ҡуйырға, һыу буйында булғанда балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа бурыслылар. Ололар көндәр йылыныу менән һыу буйында ял итергә, кәмәләрҙә йөҙөргә, балыҡ тоторға әүәҫ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

-тик рөхсәт ителгән ерҙәрҙә генә һыу инергә мөмкин;

-таныш булмаған урындарҙа сумырға ярамай  (һыу төбөндә батҡан бағаналар, таштар һәм башҡа нәмәләр ятыуы ихтимал);

-тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ;

-дауыллы көндө йәки ярға көслө тулҡын бәрелгән урындарҙа һыу инергә ярамай;

-әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, ағымға ҡаршы йөҙөргә маташмағыҙ. Был осраҡта ағым ыңғайына һәм әкренләп ярға ыңғайлап йөҙөргә кәрәк;

-ауырып йәки хәлһеҙләнеп торғанда, тән температураһы күтәренке булғанда, киҫкен инфекциялы сир менән ауырығанда һыу инергә ярамай;

-спиртлы эсемлек эскән килеш һыуға яҡын бара күрмәгеҙ. Һыу инеү күңел асыу ғына түгел, ә һәр беребеҙҙән оло яуаплылыҡ та талап итә. Хәүефһеҙлек саралары тураһында  онотмағыҙ!

Йәнә бер хәүеф – асыҡ тәҙрә. Ҡайһы берәүҙәр тәҙрә йыуғанда, бүлмәне елләткән ваҡытта хәүефһеҙлек тураһында онота. Республикала балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары ла йыш күҙәтелә.

Табиптар әйтеүенсә, биш йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың бөтөнләй ҡурҡыу тойғоһо булмай. Уларҙың хәүефһеҙлеген тик ололар ғына тәьмин итә ала. Йәйге эҫеләрҙән ҡасып асылған тәҙрәләрҙең балалар өсөн төп хәүеф сығанағы икәнлеген оноторға ярамай. Шуға бәләкәй балаларҙы асыҡ тәҙрә янында ҡалдырмағыҙ, бала тәҙрәне аса алмаһын өсөн тәҙрәләргә блокираторҙар ҡуйығыҙ, тәҙрәләрҙе йыуғанда һаҡ булығыҙ.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: