Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Май 2023, 09:15

Тәүлек эсендә урман янғындары теркәлмәгән.

132 гектар майҙанда 22  ҡоро үлән яныу осрағы булды. Иң ҙур янғын Благовещен һәм Краснокама райондарында теркәлде, ә Өфө ҡалаһы территорияһындағы “Калинка” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә ҡоро үләндең яныуы 6 йортта янғын сығыуға сәбәпсе булды. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән, ауылдарға хәүеф янамай. 

Тәүлек эсендә урман янғындары теркәлмәгән.
Тәүлек эсендә урман янғындары теркәлмәгән.

15 майға тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим һәм граждандарҙың урманға барыуын сикләү иғлан ителде.

Әгәр һеҙ урман хеҙмәткәре лә, арендатор ҙа булмаһағыҙ, урманға инеү, шул иҫәптән автомобилдә лә тыйыла. Сикләүҙәр республика биләмәһендә IV класлы янғын хәүефе урынлашыуы - урманда дым етешмәүе һәм янғындың бәләкәй генә ут сығанағынан сығыуы, тиҙ таралыуы һәм өҫтәмә ваҡ сығанаҡтар барлыҡҡа килтереүе менән бәйле. Көн һайын урман биләмәләрендә патруллек алып барыласаҡ.

Талаптарҙы боҙған кешеләр өсөн - 40 меңдән 50 мең һумға тиклемге күләмдә административ штраф. Ә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә урман янғыны сыҡҡан осраҡта, илле меңдән алтмыш мең һумға тиклемге күләмдәге административ штраф менән бер рәттән, өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Һунарсылар тураһында.

Урманға барыу тыйылыу уларға ла ҡағыла. Йыш ҡына һунарсыларҙың уйламайынса эш итеүе тәбиғәт янғындарына килтерә. Йә усаҡ һүндерелмәгән, йә ҡоштар күренһен өсөн һыу ятҡылыҡтары тирәләй ҡамыш яғалар. Ә унарлаған кеше һуңынан тәүлектәр буйы был янғындарҙы һүндерә. Шуға күрә, кәмендә 15 майға тиклем, мылтыҡтарығыҙҙы чехолда һаҡлағыҙ һәм сикләүҙәр бөткәнде көтөгөҙ. Юғиһә, етди эҙемтәләргә әҙер булығыҙ.

Айырым янғынға ҡаршы режимды боҙған өсөн штрафтар:

Граждандар өсөн: 10-20 мең һум Вазифалы кешеләр өсөн: 30-60 мең һум Юридик берәмектәр өсөн: 400-800 мең һум

Урманға инеүҙе сикләүҙе үтәмәгән өсөн штрафтар:

Граждандар өсөн: 40-50 мең һум, Юридик берәмектәр өсөн: 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем. Әгәр урманға инеп, берәй ғәмәле янғын сығыуға килтерһә: 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: