Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Май 2023, 11:23

Башҡортостанда урманға инеү тыйыла

Юғары класлы янғын хәүефенең артыуы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, 15 майға тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим һәм граждандарҙың урманға барыуын сикләү иғлан ителде.

Башҡортостанда урманға инеү тыйыла
Башҡортостанда урманға инеү тыйыла

Башҡортостанда ҡоро үләндәр яныуы осраҡтары йышыйҙы. Әгәр һеҙ урман хеҙмәткәре лә, арендатор ҙа булмаһағыҙ, һеҙгә урманға инеү, шул иҫәптән автомобилдә лә тыйыла. Сикләүҙәр республика биләмәһендә IV класлы янғын хәүефе урынлашыуы - урманда дым етешмәүе һәм янғындың бәләкәй генә ут сығанағынан да барлыҡҡа килеүе, өҫтәмә ваҡ сығанаҡтар барлыҡҡа килтереп, тиҙ таралыу ихтималлығы менән бәйле. Көн һайын урман биләмәләрендә патруллек алып барыласаҡ. Был хаҡта республиканың Идара итеү үҙәгенән тура бәйләнештә спикер - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләне.

-Талаптарҙы боҙған кешеләр өсөн - 40 меңдән 50 мең һумға тиклемге күләмдә административ штраф. Ә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә урман янғыны сыҡҡан осраҡта, 50 меңдән 60 мең һумға тиклемге күләмдәге административ штраф менән бер рәттән, өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Һунарсыларға ла урманға барыу тыйыла. Йыш ҡына һунарсыларҙың уйламайынса эш итеүе тәбиғәт янғындарына килтерә. Йә усаҡ һүндерелмәгән, йә ҡоштар күренһен өсөн һыу ятҡылыҡтары тирәләй ҡамыш яғалар. Ә унарлаған кеше һуңынан тәүлектәр буйы был янғындарҙы һүндерә. Шуға күрә, етди эҙемтәләргә тарымаҫ өсөн кәмендә 15 майға тиклем, мылтыҡтарығыҙҙы чехолда һаҡлағыҙ һәм сикләүҙәр бөткәнен көтөгөҙ.

Айырым янғынға ҡаршы режимды боҙған өсөн штрафтар:

граждандар өсөн: 10-20 мең һум вазифалы кешеләр өсөн: 30-60 мең һум юридик берәмектәр өсөн: 400-800 мең һум.

Урманға инеүҙе сикләүҙе үтәмәгән өсөн штрафтар:

граждандар өсөн: 40-50 мең һум, юридик берәмектәр өсөн: 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем. Әгәр урманға инеп, берәй ғәмәле янғын сығыуға килтерһә: 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: