Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Май 2023, 15:55

Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.

Көн һайын 150 патруль-маневр төркөмө эшләне. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының шәхси составы, шул иҫәптән янғын күҙәтеүе буйынса 100-ҙән ашыу дәүләт инспекторы йәлеп ителде. Квадрокоптерҙар һәм йыһан мониторингы ҡулланылды. 

Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.
Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙарға янғын хәүефе осоронда юл ҡуйылманы. Уҙған ял көндәрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу факттары буйынса бөтәһе 104 протокол төҙөлгән.

Быйыл янғын хәүефе осоро башланғандан алып административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 1400-ҙән ашыу протокол төҙөлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу, ут эштәре алып барыу тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штраф һалғанда бюджетығыҙ 10 меңдән 800 мең һумға тиклем юғалыуы ихтимал.

Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ-һеҙҙең яуаплылығығыҙ!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы мәғлүмәте.

Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.
Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.
Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.
Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.
Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда күләмле иҫкәртеү рейдтары үтте.
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: