Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Апрель 2023, 14:25

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 10 апрелендәге РГ-120 һанлы бойороғона ярашлы,  тәбиғи һәм  ландшафт янғындары, шулай уҡ республиканың тораҡ пункттарында янғындар сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында 2023 йылдың 17 апреленән 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда запас, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, урман фонды ерҙәрендә, йылға һәм күл зоналарында, юл буйҙарында, ҡала һәм ауыл биләмәләре, баҡсасылыҡ ширҡәттәре сиктәрендә, ойошмалар биләмәләрендә һәм сүплектәрҙә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғыу һәм янғын хәүефе эштәрен үткәреү тыйыла.

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде
Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Янғынға ҡаршы махсус режим – ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманға сыҡмаҫҡа, урманда ут яҡмаҫҡа, сүп-сар үртәмәҫкә, усаҡ тоҡандырмаҫҡа тигән өҫтәлмә сикләүҙәр булдырылған.

Шулай уҡ граждандар үҙҙәренең йорт яны участкаларын, шул иҫәптән баҡсасылыҡ ширҡәттәрен янар ҡалдыҡтарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартырға тейеш.

Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында индерелгән янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу (РФ Административ Хоҡуҡ Боҙоуҙар Кодексының 20.4 - се статьяһының 2 - се пункты)

граждандарға - ун меңдән егерме мең һумға тиклем;

вазифалы кешеләргә-утыҙ меңдән алтмыш мең һумға тиклем;

юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләргә алтмыш меңдән һикһән мең һумға тиклем;

юридик шәхестәргә-дүрт йөҙ меңдән һигеҙ йөҙ мең һумға тиклем административ штраф һалыуға килтерә.

Бынан тыш, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн, әгәр  янғын ҙур күләмдә матди зыян, йә булмаһа кешеләрҙең һәләк булыуына килтерһә, йәки аңлы рәүештә ут төртөп яндырған өсөн енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.

Хөрмәтле граждандар!

Асыҡ ут менән эш итеүҙә һаҡ булығыҙ! Башҡортостан республикаһы биләмәһендә  янғынға ҡаршы махсус режим индереүгә бәйле сикләүҙәрҙе үтәгеҙ.

Автор:Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса Белорет район-ара бүлеге начальнигы урынбаҫары А.Ғәбитов
Читайте нас: