Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Апрель 2023, 14:34

Руль артында уҡыусы бала булған

2023 йылдың 11 апрелендә Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә Баҙал биҫтәһенең Аҡмулла һәм Мәсем урамдары киҫелешендә юл транспорт ваҡиғаһы булыуы хаҡында хәбәр килде. 

Руль артында уҡыусы бала булған
Руль артында уҡыусы бала булған

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре авария урынына сыҡты. Асыҡланыуынса, Иҫке Собханғолда йәшәүсе 2008 йылғы (7-се класс уҡыусыһы) бәлиғ булмаған водитель М. 11 апрелдә 18.20 сәғәттә питбайк менән идара иткән. Ул Мәсем урамынан Аҡмулла урамына (төп юл) сыҡҡан ваҡытында төп юлдан килеүсе автомобилгә юл бирмәүе һөҙөмтәһендә авария булдырған. Бәлиғ булмаған М.тән йәрәхәттәре алмаған, зыян күреүселәр юҡ.

Фото: https://sportishka.com/motocikly/36010-razbityj-pitbajk.html 

 

Автор:С. БУРАНБАЕВ
Читайте нас: