Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Февраль 2023, 12:16

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы башлығы водителдәрҙе тикшереү йомғаҡтары тураһында хәбәр итте.

Республикала йома һәм шәмбе көндәрендә ғәҙәттәгесә авариялы хәлдәрҙе иҫкәртеүгә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймауға йүнәлтелгән иҫкәртеү саралары уҙҙы.

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы башлығы водителдәрҙе тикшереү йомғаҡтары тураһында хәбәр итте.
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы башлығы водителдәрҙе тикшереү йомғаҡтары тураһында хәбәр итте.

"Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата 3500-ҙән ашыу административ материал төҙөлдө. 75 иҫерек водитель тотолдо һәм транспорт саралары менән идара итеүҙән ситләтелде, уларҙың етәүһенә автомобилде эскән килеш ҡабаттан идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығы янай.

Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса иҫкәртеү саралары дауам итеүе хаҡында иҫкәртәм. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!" - тип яҙҙы Башҡортостан республикаһы буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында. @V_Sevastyanov 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: