Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2023, 15:20

Башҡортостанда Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре хәүефле табышты тикшерҙе

Башҡортостан республикаһы буйынса Рәсәй Гвардияһы Идаралығының ОМОН төркөмө хеҙмәткәрҙәре сәнәғәт предприятиеһы биләмәһендә тимер юл составын бушатҡанда табылған шикле әйберҙе табыу тураһында хәбәр алды.

Башҡортостанда Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре хәүефле табышты тикшерҙе
Башҡортостанда Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре хәүефле табышты тикшерҙе
Урынға килгән Рәсәй Гвардияһы белгестәре табышты тикшереп, уның шартлатҡысһыҙ һәм патронһыҙ 82 миллиметрлыҡ миномет минаһы икәнен асыҡлаған.
 
Хәүефле табышты тикшереү өсөн тәфтиш-оператив төркөмгә тапшырғандар.
 
Рәсәй гвардияһы снарядҡа, минаға йәки гранатаға оҡшаған әйберҙе тапҡанда бик һаҡ булырға, табылдыҡҡа яҡын бармаҫҡа һәм шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәклеген хәтергә төшөрә.
 
Пресс-служба Управления Росгвардии по Республике Башкортостан
Автор:
Читайте нас: