Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2023, 09:43

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Хөрмәтле райондаштар!Былтырғы 2022 йылда беҙҙең районда 44 яңғын сығыу осрағы теркәлде, ҡыҙғанысҡа каршы, 5 кеше һәләк булды, шуларҙын 2-һе балалар. 2 кеше тән йәрәхәте алды.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Ауыл биләмәләрен айырым алғанда:

- Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе – 21;
- Байназар ауыл биләмәһе – 10;
- Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе – 4;
- Аҫкар ауыл биләмәһе – 3;
- Ҡолғана ауыл биләмәһе – 2;
- Иҫке Монасип, Ырғызлы, Гәлиәкбәр, Кейекбай ауыл биләмәләрендә 1-әр янғын сығыу осраҡтары булды.

 
Янғын сығыуҙың сәбәптәрен алғанда, күберек ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында 21, электр сымдары төҙөк булмауы арҡаһында 11, яҡҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу арҡаһында 8 янғын сыҡты. Йыл башынан республикала фәжиғале янғын сығыуҙары күбәйҙе. 355  янғын сығыу осрағы булды, ул янғындарҙа 27 кеше янып үлде, 10 кеше тән йәрәхәтәре алды.

Йыл башынан беҙҙең районда 3 янғын сығыу осрағы теркәлде.
Янғындар булмауын иҫкәртеү маҡсатында бөтәгеҙгәлә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ:

Өйҙән сығып киткәндә электр приборҙарын һүндереп сығырға.

Яҡҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа.

Шәхси хужалыҡта ҡый яҡмаҫҡа.

Бәләкәй балаларҙы һәм оло кешеләрҙе яңғыҙ өйҙә ҡалдырмаҫка, күрше тирәгеҙгә күпселек осраҡта төнгө ваҡытта күҙ-ҡолаҡ һалып тороуығыҙҙы саҡырабыҙ.

Шул ваҡытта бөтәгеҙҙә ишетеп беләгеҙ, ҡайһы бер өйҙәргә «янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы» тигән приборҙар ҡуйылды. Улар бөгөнгө көндә меңәрләп кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарҙы. Былтырғы йылда беҙҙең районда ла шул прибор 4 кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы, шуларҙың икәүһе - балалар.

Бөтәгеҙгә лә шул «янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы» һатып алып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡтары 500-600 һум тирәһе. Бер өйгә бер нисәне ҡуйырға була. Әгәр ут сыҡҡанын курһәгеҙ, йәки ишетһәгеҙ, тиҙ арала «101» йәки «112» һандарына хәбәр итегеҙ. Шул уҡ мәлдә ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәренә лә хәбәр итер кәрәк, сөнки 20 ауылда һыу менән тултырылған ут һүндереү техникалары бар.

Уттың ялы-ҡойороғо юҡ, бөтәгеҙ ҙә һаҡ булығыҙ!!! 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

 

Ш.Хәкимов, 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы 

Автор:
Читайте нас: