Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Декабрь 2022, 17:55

Район прокуратураһы енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен хупланы

Башҡортостан Республикаһының Белорет район-ара суды Бөрйән районы кешеһенә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.


Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы буйынса суд участкаһы мировой судьяһының бойороғо менән дөйөм
бурысы 240 000 һумдан ашыу булған Бөрйән районы кешеһенән бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға түләү өсөн эш хаҡының һәм (йәки) башҡа килеменең 1/3 өлөшө күләмендә алимент түләтелгән. Бынан алда ошоға оҡшаш ғәмәле өсөн был граждан РФ Административ хоҡуҡ
боҙоуҙар кодексының 5.35.1-се статьяһының 1 - се өлөшө буйынса административ язаға тарттырылғайны. Ләкин, судтың ошо ҡарарын белә тороп, бәлиғ булмаған балаларын ҡарау өсөн аҡса түләүҙән баш тартыуын дауам иткән.


Судта ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны.
Суд уға эш хаҡының 5 процентын тотоп ҡалып, 8 айлыҡ холоҡ төҙәтеү эштәре формаһында яза тәғәйенләне.


Өҫтәмә шуны хәбәр итәбеҙ, суд тарафынан яза тәғәйенләү баланы ҡарау өсөн тейешле аҡсаны түләүҙән азат итмәй.

Автор:Р. Әминев
Читайте нас: