Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь 2022, 14:57

Өфөлә «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғынға нимә сәбәп булған?

Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 9 сентябрҙә «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында булған янғынға йомғаҡ яһаны.

Өфөлә «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғынға нимә сәбәп булған?
Өфөлә «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғынға нимә сәбәп булған?

«5400 квадрат метр майҙанда «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексының ҡыйығы, сауҙа нөктәләре уттан зыян күргән. Һәләк булыусылар юҡ. Янғынды һүндереүгә 190 кешенән һәм 54 берәмек техниканан торған төркөм, шул иҫәптән республиканың Ка-32А11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителгән», — тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вертолет янғынды һүндергәндә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәттеме, юҡмы икәнен асыҡланы.
«Эйе, күрһәтте», — тип яуапланы Фәрит Ғүмәров.
Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе урман янғындарына бәйле хәлде күҙәтеп барыға ҡушты.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөләге «Меркурий» сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғынға электр ҡорамалының авариялы эшләүе сәбәпсе.

 

Автор:
Читайте нас: