Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь 2022, 16:53

Башҡортостанда Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре яр буйында табылған ике гранатаны тикшерҙе

Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре (ОМОН минанан һаҡлау төркөмө) Өфөлә яр буйында шикле әйберҙәр табылыуы тураһында хәбәр алды. Хәүефле табышҡа урында йәшәгән ҡатын иртәнге саф һауала йөрөгәндә тап булған.

Башҡортостанда Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре яр буйында табылған ике гранатаны тикшерҙе
Башҡортостанда Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре яр буйында табылған ике гранатаны тикшерҙе

Тикшереү барышында был предметтарҙың ике уҡыу маҡсатында ҡуллана торған РГД-5 гранатаһы булыуы асыҡланған. Был предметтар шартлау хәүефен тыуҙырмай, тикшереүҙән һуң уларҙы артабан тикшереү өсөн тәфтиш-оператив төркөмгә тапшырғандар.

Рәсәй гвардияһы снарядҡа, минаға йәки гранатаға оҡшаған әйберҙе тапҡанда һаҡ булырға, табышҡа яҡын килмәҫкә һәм шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәклеген иҫкә төшөрә.

Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас: