Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Август 2022, 10:46

Башҡортостан һунарсыларын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда аномаль эҫе һауа торошо һәм ғәҙәттән тыш янғын хәүефе, шулай уҡ 2022 йылдың 23 авгусынан 5 сентябренә тиклем граждандарҙың һәм транспорттың урманда йөрөүен сикләү менән бәйле, Башҡортостандың Экология министрлығы республиканың урман фонды биләмәһенә ведомство-ара төркөмдәрҙең патруллек итәсәген иҫкә төшөрҙө. Улар режимдың үтәлешен күҙәтеп барасаҡ.

Башҡортостан һунарсыларын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртәләр
Башҡортостан һунарсыларын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртәләр

Ведомствола һунар биләмәләрендә һунарсыларҙы янған шырпы, тәмәке төпсөктәрен, быяла банкалар һәм шешәләрҙе ташларға, һунар ваҡытында янар йәки быҫҡып ятҡан материалдарҙы ҡулланырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртәләр.  Майлы, бензинлы, янар матдәләр менән һуғарылған материалдарҙы бының өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа ҡалдырырға, двигателдәр эшләгәндә яғыулыҡ бактарына яғыулыҡ ҡоймаҫҡа, яғыулыҡ ҡойған ваҡытта машиналар янында асыҡ ут менән файҙаланмаҫҡа кәңәш ителә.

Хоҡуҡ боҙоусыларҙы штраф көтә: граждандар өсөн - 40-50 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн - 60-90 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 600 меңдән 1 миллион һумға тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урман фонды биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе (3,4,5 кластар) менән бәйле урманда йөрөүгә сикләүҙәр индерелде.

Фото: Ксения Калинина

Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт агентлығы

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: