Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Август , 10:59

Республикала көндәрҙең аномаль эҫе тороуына бәйле машина менән урманға инеү сикләнә

Башҡортостанда 23 августан 5 сентябргә тиклем автомобиль менән урманға инеү сикләнә. Быға аномаль эҫелек сәбәпсе. Уҙған аҙнала республикала дүрт урман янғыны теркәлгән, уларҙың барыһы ла һүндерелгән.

Республикала көндәрҙең аномаль эҫе тороуына бәйле машина менән урманға инеү сикләнә
Республикала көндәрҙең аномаль эҫе тороуына бәйле машина менән урманға инеү сикләнә

Был турала 22 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Республикала көндәр ныҡ эҫе тора, юғары янғын хәүефе һаҡлана. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, урманға барыу һәм унда транспорт менән инеү тыйыла», — тине ул.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле урман янғындары юҡ. 2022 йылдың янғын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 298,460 гектарҙа 50 урман янғыны сыҡҡан.

«Республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде, ә урман фондында 3-сө, 4-се һәм 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана», - тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт агентылығы

Автор:
Читайте нас в