Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Август 2022, 12:06

Һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Көндәр эҫе тороуға бәйле һыу объекттарында һәләкәттәр һаны артты.

Һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә һәм ял итергә кәрәк.

Һыу буйында таҙа ҡом, һыуға инеү өсөн уңайлы һөҙәк, ҡотҡарыусылар өсөн йыһазландырылған урын – былар барыһы ла һыу буйында хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки быялаға киҫелеү, йығылып йәрәхәтләнеү, шулай уҡ һыу буйҙары өсөн йыш ҡына медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүҙең сәбәптәре. Һыуға тәрәнгә инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ. Һыу температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын хәүефһеҙ һыу инеү өсөн иҫәпкә алырға тейешһегеҙ.

Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш.

Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ҡағыла. Биш йәшкә тиклем балаларҙы яҡында тотоғыҙ, һыу ятҡылыҡтары йәки яр буйы булыуына ҡарамаҫтан. Әгәр бала олораҡ булып, хатта, йөҙә белһә лә, уның менән һәр саҡ бергә булырға һәм уның менән һыуға инергә иренмәгеҙ. Өлкәнерәк йәштәге баланы алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ, нисек үҙеңде һыуҙа тоторға, ниндәй уйын төрҙәре рөхсәт ителә, ә нимәләр юҡ икәнен асыҡлағыҙ.

Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мөмкин.

Тәү сиратта, сумыр алдынан тәжрибәле «һыу инеүсе» йәки «сумыусы» булыуға ҡарамаҫтан, һыу ятҡылыҡтарын белгән булһағыҙ ҙа, яҡшылап ҡаршылыҡтарҙы ҡарағыҙ. Һеҙҙең күбегеҙ инвалид коляскаһында кешеләрҙе күргәнегеҙ бар. Уларҙың яртыһы - ул сәләмәт кешеләрҙең һыу ятҡылыҡтарына сумып, төбөнә баш менән төртөлөү һөҙөмтәһендә арҡа мейеһе һәм муйын умыртҡалары йәрәхәте алған ғүмерлек ғәриптәр.

Дауыл йәки йәшен ваҡытында һыу инер алдынан, иң тәүҙә йөҙ тапҡыр уйлап ҡарағыҙ.

Ниндәй генә яҡшы физик формала булһағыҙ ҙа, арсеналығыҙҙа йөҙөү буйынса нисә разряд булыуына ҡарамаҫтан, яҙмышығыҙҙы һынамағыҙ. Һауа торошо насар булғанда яр буйында ҡалығыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла ярамай.

Йылға буйында туҡланыуға кәңәштәр.

Һыу буйына хәүефһеҙ һәм тиҙ боҙолмай торған ғына аҙыҡ-түлек алығыҙ. Торт, майлы ит, газлы һыу, әсе тәмләткестәр үҙегеҙ менән алмағыҙ. Сумка-һыуытҡыс алығыҙ, уны йәшелсә һәм емеш-еләктәр, һыу менән етерлек күләмдә тултырығыҙ.

Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.

Һауа температураһы юғары булғанда, иҫерткес эсемлектәр хәлдең насарайыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Иҫереү хәлендә һыуға инеү тураһында, хатта, һүҙ алып барырға ла кәрәкмәй. Һыуҙа бәләгә осраған һәр икенсе кеше эскән булған.

Ҡояшта ҡыҙыныу, әлбиттә, файҙалы, тик башҡа күп нәмәләр кеүек үк, аҡыллы иҫәптә генә.

Табиптар сикләнгән ваҡытта ғына ҡояшта ҡыҙынырға кәңәш итә: иртәнге сәғәт 8.00-ҙән 11.00-гә тиклем һәм 16.00-ҙан 19.00-ға тиклем. Ваҡыт бик шартлы, сөнки һыу буйы локализацияһы (Украина йәки Мысыр), миҙгел, йыл, йәш, хроник сирҙәр менән бәйле. Балаларға йәки үҙегеҙгә зыян килтермәҫ өсөн, терапевт йәки ғаилә табибы менән гелиотерапия(ҡояш ванналары) ҡабул итеү тураһында алдан кәңәшләшегеҙ.

Һыуҙың сифаты менән алдан ҡыҙыҡһынығыҙ.

Күп кенә инфекция ауырыуҙары һыу ятҡылыҡтарындағы һыу аша йоҡҡанын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙ уны йотҡандан ғына түгел, ә хатта, ябай лайла биҙҙәре йәки тире менән теләһә ниндәй бәйләнеш нәтижәһенән дә йоғорға мөмкин. Шуға күрә, әгәр был диңгеҙ курорты икән, уның ниндәй «флаг»лы булыуы, йәки һыу ятҡылыҡтарынан ҡасан һыу һынауға алынған һәм эпидемиологтар ниндәй һөҙөмтә яһағандарын белегеҙ.

Автор:
Читайте нас: