Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Май 2022, 17:30

«Иғтибар – балалар!» акцияһы башланды

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү,  балаларҙа урамдарҙа, юлдарҙа хәүефһеҙлек күнекмәләрен тәрбиәләү маҡсатында 16 майҙан 10 июнгә тиклем «Иғтибар – балалар!» акцияһы үткәрелә.

«Иғтибар – балалар!» акцияһы башланды
«Иғтибар – балалар!» акцияһы башланды

«Иғтибар – балалар!» акцияһы башланды

2022 йылдың 4 айы эсендә  республика юлдарында 93 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 2 бала һәләк булған, 109 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был күрһәткес үткән йылға ҡарағанда 12,3 %-ҡа кәмерәк.

Баланың иғтибарһыҙлығы арҡаһында 13 (-18,8%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 13 бала тән йәрәхәттәре алған.

Пассажир балалар ҡатнашлығында 50 юл-транспорт ваҡиғаһында 2 бала вафат булған, 61 бала тән йәрәхәттәре алған. 5 авария осрағында балаларҙы йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек саралары күрелмәгән булыуы асыҡлана, унда 7 бала зыян күргән.

Бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы 39 юл-транспорт ваҡиғаһында  43 бала тән йәрәхәттәре алған.

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү,  балаларҙа урамдарҙа, юлдарҙа хәүефһеҙлек күнекмәләрен тәрбиәләү маҡсатында 16 майҙан 10 июнгә тиклем «Иғтибар – балалар!» акцияһы үткәрелә.

 

А. Йәнбәков,

ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полицияның өлкән лейтенанты.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: